Трезвость и ясный ум - норма нашей жизни

Четверг, 25.04.2024, 06:44

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | Каталог статей | Регистрация | Вход

Главная » Статьи » Статьи членов кружка

Наркомания - насар ауырыу, тәмәке - алама ғәҙәт!
Наркомания – яуыз ауырыу, тәмәке тартыу – алама ғәҙәт.
 
 
Наркомания – дауалауға бик ныҡ ауыр бирелә торған ауырыу. Наркотиктарҙы даими ҡулланыу арҡаһында кешенең мейеһе, бауыры, бөйөрҙәре сафтан сыға, башҡа органдары зыян күрә. Үлемесле ағыу ҡулланыусыларҙың ғүмере тәүге дозанан һуң ете йылдан да артмай… Улар араһында гепатит, сифилис, СПИД кеүек сирҙәр киң тарала.
Наркоман – йәмғиәт өсөн бик ҡурҡыныс кеше. Ул сираттағы дозаға аҡса табыр өсөн теләһә ниндәй енәйәткә барырға әҙер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ҙур илебеҙҙә балалар араһында ла наркотиктарға ылығыусылар булып тора. Әгәр йәмғиәтебеҙҙе ялмап алырға торған ошо замана афәте менән көрәшмәһәк, киләсәктә ни булырын күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс…
Тәмәке тартыуҙың эҙемтәләре бөтәбеҙгә лә таныш: ул хәтерҙе тарҡата, үпкәне серетә, йөҙҙө һарғайта, хоҙай бүләк иткән ғүмерҙе ҡыҫҡарта. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, һаулығыбыҙҙың ҡәҙерен белеп йәшәйек. Тәмәкене һатып алып була, ләкин һаулыҡ һатылмай. Һаулыҡ - ҙур байлыҡ, тигән хәҡиҡәтте онотмайыҡ!
 
Тартма, дуҫым, тәмәке,
Тәмәке алама, әшәке!
 
                                                                              Әхмәтова Фатима, 7 класс
Категория: Статьи членов кружка | Добавил: Ajbulat (16.11.2011)
Просмотров: 1863 | Комментарии: 1 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 66
Случайное фото из альбома

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Поиск

Новости хоккея