Трезвость и ясный ум - норма нашей жизни

Среда, 24.04.2024, 09:03

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | Каталог статей | Регистрация | Вход

Главная » Статьи » Статьи членов кружка

Эскелек, наркомания – беҙҙең юл түгел!
Эскелек һәм наркомания бер бөгөн генә һәм беҙҙә генә килеп тыуған проблема түгел. Рәсәйҙә лә СПИД, алкоголға, тәмәкегә, наркотиктарға ҡаршы көрәш бара, әммә был насар әйберҙәрҙе ҡулланыусы кешеләр һаны артҡандан арта бара. Хәҙерге заманда Рәсәйҙә кешеләр һаны кәмей, сәнки тыуымға ҡарағанда үлем күберәк. Юл, тәбиғәт ҡазаларынан, төрлө ауырыуҙарҙан тыш был үлемесле аҡ юха беҙҙең арабыҙға яйлап ҡына инә бара. Өлгөлө ғаиләләрҙе тарҡата, балаларҙы әсәләренән айыра, кешеләрҙә йәшәү теләген һүндерә. Эскелек ҙур бәлә булһа, наркомания бигерәк тә ҡурҡыныс – уны бер ҡулланған кеше кешелектән сыға, уны ҡулланыуҙан ҡотола алмай, яйлап бер нисә йылда үлемгә дусар була. Араҡы эскән йәки наркотик ҡулланыусы кешегә үҙенә тирә яҡ ваҡытлыса матурыраҡ күренеп ысынбарлыҡты алдап күрһәтә. Айныҡҡас кеше кире шул “матур” донъяға яңынан ынтыла башлай, алкоголһеҙ, наркотикһеҙ тора алмай башлай…
Тағы бер проблема бар. Ҡайһы бер әсәләр кескәй балаһы булмаҫтан, тарта, эсә, наркотик ҡуллана башлай. Шуның өсөн уларҙың балалары зәғиф булып тыуалар. Минеңсә, ҡатын кешегә араҡы эсеү, тәмәке тартыу бигерәк килешмәй. Эскелек – хурлыҡ, тигәндәр боронғолар. Ысынлап та, шулай. Ә бына үҙ милләтебеҙҙе үҙебеҙ хурламайыҡ тиһәк, әлбиттә, тыйылғандан тыйылып, спиртлы эсемлектәргә ҡул һуҙмай, тәмәке төтөнөн татымай, наркотикка яҡын да бармай сәләмәт тормош алып барыр кәрәк!

Земфира Абдуллина (6 класс, Ҡаҙмаш урта мәктәбе)
Октябрь, 2011 йыл.
Категория: Статьи членов кружка | Добавил: Zemfira (29.10.2011)
Просмотров: 1660 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 66
Случайное фото из альбома

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Поиск

Новости хоккея